top of page

Үҙем тураһында

Ғирфанова Фәнзилә Әхмәтғәли ҡыҙы – 1993 йылда Башҡорт дәүләт педагогия институтының башҡорт филологияһы факультетын тамамлаған. Нуриман районы Красная Горка урта мәктәбендә башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡыта. Педагогик эш стажы – 26 йыл.

“Башҡорт теле һәм әҙәбиәте дәрестәрендә ерле материалдар ҡулланыу” темаһы өҫтөндә эшләй. Педагогик эшмәкәрлегенең төп маҡсаты – тәрән белемле, инициативалы, туған телен яратҡан, үҙ халҡының тарихын, йолаларын хөрмәт иткән шәхес тәрбиәләү. Проблемалы уҡытыу технологияһы алымдарын ҡуллана, ерле материалдар файҙаланып эшләй. Эш тәжрибәһе менән район, республика күләмендә үткәрелгән семинарҙарҙа уртаҡлаша. Уҡыусылары район олимпиадаларында призлы урындар яулайҙар. Район күләмендә үткәрелгән “Башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы - 2011” конкурсында  “Педагогик ижад” (“Педагогическое творчество”) номинацияһында еңеүсе."Башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы - 2012" конкурсы еңеүсеһе.  "Башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы - 2012" XVII төбәк-ара конкурсында ҡатнашыусы.Район күләмендә үткәрелгән “Башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы - 2020” конкурсында  еңеүсе.

класс.JPG

ОБРАЗОВАНИЕ

Уҡытыусы

1988-1993

Университет:

Башҡорт дәүләт педагогия институты.

Класс етәксеһе

ШМО (туған тел уҡытыусылары ойошмаһы) етәксеһе

             МИН -

bottom of page